Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Ғинуар 2023, 15:48

Республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар

Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар.

Республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар
Республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар

Был эш генерал Шайморатов һәйкәленең авторы скульптор Салауат Щербаковҡа йөкмәтелгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Башҡортостан Башлығы Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа өс көн эсендә ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәлде ниндәй итеп күреүен  Салауат Александровичтың үҙенән һорарға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

Белеүебеҙсә, 11 ғинуарҙа  Мортаза Рәхимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уны мосолмандар зыяратында ерләнеләр. Башҡортостандың беренсе президенты менән бәхилләшергә 30 меңдән ашыу кеше килде. Матәм сараһында Владимир Путин да ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-16/v-ufe-ustanovyat-pamyatnik-pervomu-prezidentu-respubliki-murtaze-rahimovu-3106825

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: