

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2022 йылғы мәғлүмәттәр менән бүлеште.
Уҙған йылда республика ҡалалары һәм райондары 1,5 миллиард һумдан ашыуға торлаҡ һатып алыу өсөн килешеүҙәр төҙөгән. Был сумма 2021 йылдағы финанслауҙан 60% күберәк.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һүҙҙәренсә, федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән аҡса йөҙ проценты тиерлек тотонолған.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика Хөкүмәте 23 йәше тулған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ҡарағандарға торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр биреү тәртибен раҫланы.