Һүҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы инженер мәктәбе асышы хаҡында бара.
Әлеге ваҡытта аппарат функциональ һынау үтә, шунан һуң һынап ҡарау өсөн хәрбиҙәргә тапшырыла.
Һынау уңышлы үткән осраҡта республикала ошондай аппараттарҙы сериялы сығарыуҙы яйға һалыу күҙаллана.
Башҡортостан ғалимдары уйлап сығарған пилотһыҙ осоу аппаратының оҙонлоғо — 300 миллиметр, ауырлығы — 155 грамм. 1,5 саҡрым алыҫлыҡҡа осорға мөмкин, осоу ваҡыты — 15 минутҡа тиклем. Пилотһыҙ осоу аппараты яҡынса 25-120 мең һум тора.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттар етештереү өсөн грант программаһының башланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.