Социаль өлкә
24 Января 2023, 04:21

Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостандан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум түләй. 

Радий Хәбиров  указға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров  указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы

Республика Башлығы М.Шайморатов, А. Доставалов һәм С. Юлаев исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренә социаль ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

- Беренсе контрактҡа ҡул ҡуйғанда 200 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү бар ине. Мәсьәләне өйрәнгәндән һуң ғәҙел ҡарар ҡабул иттек, ул барыһын да тигеҙләй. Әгәр ирекле батальон яугире алғы һыҙыҡта 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең түләй, тағы 180 көн хеҙмәт итһә, республика йәнә 200 мең бүлә. Указға ҡул ҡуйҙым. Хөкүмәттән был эште тиҙ арала ғәмәлгә ашырыуҙы һорайым, — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-23/radiy-habirov-podpisal-ukaz-o-vydelenii-dobrovoltsam-iz-batalonov-bashkirii-200-tysyach-rubley-3115977

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас