Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ғинуар 2023, 15:43

Яңы тарих дәреслектәренең мәктәптәргә ҡасан индерелеүе билдәле

Махсус хәрби операция бүлеге булған яңы тарих дәреслектәре Рәсәй мәктәптәренә киләһе уҡыу йылынан уҡ индерелә башлай. 

Яңы тарих дәреслектәренең мәктәптәргә ҡасан индерелеүе билдәле
Яңы тарих дәреслектәренең мәктәптәргә ҡасан индерелеүе билдәле

Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов «Суверенлы милли мәғариф системаһын үҫтереү хаҡында» лекцияһы ваҡытында ошо турала белдерҙе, тип хәбәр итә федераль киң мәғлүмәт саралары.

«Юғары класс уҡыусылары өсөн дәреслек мартта әҙер була, киләһе уҡыу йылында ул мәктәптәргә барып етер тип ышанам»,  — тип Кравцовтың һүҙҙәренә килтерә федераль баҫмалар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-30/stalo-izvestno-kogda-v-shkolah-poyavyatsya-uchebniki-istorii-s-glavoy-ob-svo-3123717

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: