Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Февраль 2023, 18:15

Социаль түләүҙәр индексациялана

Рәсәйҙә 1 февралдән граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар күләме индексациялана. 

Социаль түләүҙәр индексациялана
Социаль түләүҙәр индексациялана

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«2023 йылдың 1 февраленән түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар өсөн 1,119 индексация коэффициентын билдәләргә», — тиелә документта.

1 февралдән инвалидтарға, ветерандарға, СССР, Рәсәй Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройҙарына һәм Хеҙмәт даны орденының тулы кавалерҙарына, Чернобыль АЭС-ындағы, шулай уҡ 1957 йылда «Маяк» производство берекмәһендәге һәләкәттән һуң радиацияға дусар булған граждандарға, Семипалатинск полигонында үткәрелгән ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиациянан зыян күргән граждандарға социаль түләүҙәр күләме арттырыла.

Фото: donbasstoday.ru

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас