Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Февраль 2023, 15:36

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы яңы номинациялар булдырҙы

Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Бөтөн Рәсәй конкурсы тамамланыуға табан бара. 

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы яңы номинациялар булдырҙы
«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсы яңы номинациялар булдырҙы

Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелгән конкурстың аналогтары юҡ, уның форматы ла уникаль. Шишәмбе көндө «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында сараның матбуғат конференцияһы уҙҙы, ойоштороусылар быйылғы конкурстың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

Конкурстың финалы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2 мартта «Торатау» конгресс-холында уҙа. Быйыл финал илһөйәрлек рухында үткәрелә. 10 номинацияның һәр береһендә өс лауреат билдәләнә, еңеүселәр кубоктар һәм спонсорҙарҙан приздар менән бүләкләнә. Иң лайыҡлыларына иһә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы тапшырыла.

— Беҙ ошо конкурсты етенсе тапҡыр, Рәсәй кимәлендә икенсе йыл ойошторабыҙ. Ҡатнашыусылар һәм партнерҙар йылдан-йыл арта бара. Быйыл 500-ҙән ашыу ғариза алдыҡ, илдең 24 төбәге ҡушылды. Милләт-ара мәсьәләләр менән шөғөлләнгән яңы йәмәғәт ойошмаһы — Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ярҙамында бик күп ҡатнашыусыларҙы йәлеп иттек, — ти Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина. — Быйылғы конкурс әлеге көндә иң көнүҙәк темаларҙың береһенә арнала. Элек беҙ гражданлыҡ йәмғиәте институттары сафында әүҙем эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы (ҡатын-ҡыҙҙар советы, старосталар, урындағы кимәлдәге депутаттар) ғына йәлеп иттек. Былтыр пандемия осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләнек. Хәҙер төп темаларҙың береһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә булышлыҡ итеү. Шуға күрә быйыл ҡатнашыу өсөн Ватанды һаҡлаусыларҙың, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен саҡырырға булдыҡ. Улар араһында Рәсәй Геройҙарының әсәләре, һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре, ирҙәрен һәм улдарын яуға оҙатҡан әсәләр бар. Улар үҙҙәрен йәмәғәт эшенә арнаны һәм Донбасҡа, яуҙағыларға гуманитар ярҙам йыйыуға тотондо. Быйыл ошо тема төп урынды биләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың ноябрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағында булдырылған хәрбиҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары комитеты совет активистары менән берлектә мобилизацияланғандарға ярҙам итеү йәһәтенән әүҙем эшләй. Совет ағзалары араһында һәләк булғандарҙың әсәләре лә бар. Әйтәйек, Тәтешле геройы, легендар Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә былтыр сентябрҙә комитетҡа ингән.

Пандемияла әүҙем эшләгән, Донбасс халҡына, ә хәрби операция ваҡытында госпиталдәрҙә ятҡан һалдатттарға ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә арнап яңы номинация булдырылды, тип хәбәр итте проект етәксеһе.

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсын ойоштороуға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Йәмәғәт палатаһы ҡушылды. Сараға Татарстан Республикаһынан ҙур делегация, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Сочиҙан ватандаштарыбыҙ килә. Уны үткәреүҙә Батырҙар мәктәбе, халыҡ дауалаусылары мәктәбе, Өләсәйҙәр мәктәбе, Олатайҙар мәктәбе әүҙем ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-14/konkurs-zhenschina-mat-natsii-uchredil-novye-nominatsii-dlya-materey-zaschitnikov-otechestva-i-vrachey-3142819

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: