Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Февраль 2023, 12:49

Сираттағы гуманитар ылау юлланды

16 февралдә Өфөнән махсус хәрби опрация зонаһына сираттағы гуманитар ылау юлланды. Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡортостан хәрбиҙәренә алғы һыҙыҡта кәрәкле техника, кәрәк-яраҡтар оҙатылды. 

Сираттағы гуманитар ылау юлланды
Сираттағы гуманитар ылау юлланды

Башҡортостандан гуманитар йөк тейәлгән 63-сө автоколонна республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселегендә юлға сыҡты. Уның һүҙҙәренсә, был ылау — яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән алты хәрби часҡа, шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге башҡорт ирекле батальоны хәрбиҙәренә. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа республика хөкүмәте һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән тыш, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары, бизнес вәкилдәре, Баймаҡ, Борай, Бүздәк, Илеш, Федоровка, Дүртөйлө райондары хакимиәттәре һәм республика халҡы әүҙем ҡатнашты.

«Беҙ Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан яугирҙәре өсөн сираттағы гумконвой ойошторҙоҡ. Яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, Тыуған илен һаҡлай, — тип билдәләне вице-премьер. — Бер нисә көндән яугирҙәребеҙгә бөтә ерҙән дә үтә алған 22 еңел автомобиль, махсус техника, буржуйка мейестәр, генераторҙар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, пиломатериалдар, күсмә мунса илтеп тапшырырбыҙ. Ләкин иң мөһиме — туғандарынан һәм яҡындарынан посылкалар, хаттар еткерербеҙ».

Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, 23 февралгә тиклем Башҡортостандан махус хәрби зонаһына Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙың яугирҙәре өсөн тағы ла бер гуманитар колонна юлға сыға.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-02-16/dlya-nastoyaschih-zaschitnikov-otechestva-iz-ufy-v-zonu-svo-otpravilsya-ocherednoy-gumanitarnyy-konvoy-3145428

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: