– Бөтә отрядҡа ҙур рәхмәт әйткем килә. Мохтаждарға ярҙам итеү – республикабыҙ традицияһында. Ярҙам бик урынлы һәм юғары профессиональ булды. Шуныһы мөһим: һеҙ алты кешене, шул иҫәптән ике баланы ҡотҡарҙығыҙ. Һеҙ бик ҡатмарлы шарттарҙа эшләнегеҙ. Шулай уҡ Төркиәгә – 25 тонна, Сүриәгә 18 тонна гуманитар ярҙам оҙаттыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығының Рәхмәт хаты менән Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис Ғәбдрәхимов, Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Александр Григорьев һәм республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең оператив бүлеге етәксеһе Надежда Отвесова бүләкләнде. Әйткәндәй, Надежда Отвесова тантанаға Торин ҡушаматлы ҡотҡарыусы эт менән килгәйне.