Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Февраль 2023, 13:16

"Буран-ҡар булһа ла, яҙғы сәсеү тураһында уйлайбыҙ"

- Буран-ҡар булһа ла, яҙғы сәсеү тураһында уйлайбыҙ. Һәм уға әүҙем әҙерләнәбеҙ, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

"Буран-ҡар булһа ла, яҙғы сәсеү тураһында уйлайбыҙ"
"Буран-ҡар булһа ла, яҙғы сәсеү тураһында уйлайбыҙ"

- Башҡортостандың ремонт предприятиеларында ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын ремонтлау тамамланып килә. Барыһы ла 20 мартҡа тиклем әҙер булырға тейеш һәм был ваҡытҡа өлгөртәсәкбеҙ. 1 апрелгә тиклем тракторҙар паркы күрһәтелергә, 15 апрелгә тиклем улар техник ҡарау үтергә тейеш.

Иҡтисадтың башҡа өлкәләрендәге кеүек, был тармаҡта ла санкциялар үҫешкә этәргес булды. Беҙҙең агросәнәғәт комплексы ремонт предприятиелары сәнәғәттеке менән кооперация төҙөнө. Әле импорт техника өсөн 3 меңдән ашыу дана запас өлөштәр сығарыуға өлгәштеләр, техдокументацияһы өсөн махсус КБ ла төҙөлгән. Был эшкә Силәбе, Свердловск өлкәләре, Беларусь Республикаһы сәнәғәтселәре лә ҡушылған.  

Быйыл яҙғыһын баҫыуҙарға тупраҡ эшкәртеүгә 11 мең трактор, сәсеүгә 5 меңдән ашыу машина сығыуын планға индергәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа АПК паркына модернизация яһауға күпте эшләнек. Быйыл былтырғыға ҡарағанда техниканы 300 данаға күберәк сығарасаҡбыҙ. Был яҡшы уңыштың нигеҙе булып тора.

Барыһына ла уңыштар!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: