Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Март 2023, 14:40

Алты меңдән ашыу ғаилә газ үткәреүгә сертификат алған

2019 йылдан Башҡортостанда 6680 ғаилә газ һуҙыу өсөн сертификаттар алған.

Алты меңдән ашыу ғаилә газ үткәреүгә сертификат алған
Алты меңдән ашыу ғаилә газ үткәреүгә сертификат алған

Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙған газ үткәреү программалары буйынса брифингта республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин ошо хаҡта һөйләне.

«Республикала 2019 йылдан йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу тәртибе ҡабул ителгән. «Газпром» газды ер участкаһы сигенә тиклем килтерә, ә граждандарҙың айырым категорияларына республика иҫәбенә эштәрҙе башҡарыу һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн сертификат бирелә», — тине ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-01/v-bashkirii-bolee-6-tysyach-semey-podklyuchilis-k-gazu-blagodarya-sertifikatam-3160994

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: