+7 °С
Ясна
Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«22 һәм 28 февралдә элемтә инфраструктураһына хакерҙар һөжүменә һәм теле-радиотапшырыуҙар каналдарында һауа тревогаһы тураһында ялған мәғлүмәт еткереүгә бәйле халыҡҡа хәбәр итеү системаларының әҙерлеген комплекслы тикшереү үткәреү ваҡытын күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тиелә хәбәрҙә.
Хәбәр итеү системаларын тикшереү ваҡыты тураһында мәғлүмәт өҫтәмә рәүештә хәбәр ителер, тип белдерҙеләр ведомствола.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-01/v-bashkirii-otmenili-planovuyu-proverku-sistem-opovescheniya-naznachennuyu-na-1-marta-3160715