Ведомствонан белдереүҙәренсә, янғын һүндереүселәргә һуңлап хәбәр иткәндәр. Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр барғанда йорт, һарай, шулай уҡ яҡындағы йорт-ҡураны ут ялмап алған була. Етмәһә, тағы ла бер йорттоң ҡыйығына ут күскән.
Янғын һүндереүселәр ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, асыҡ утҡа ҡаршы көрәшә һәм бер йортто алып ҡалыуға өлгәшә. Утты һүндереү юғары дәрәжәлә алып барыла - 18 янғын ҙүндереүсе һәм биш техника берәмеге йәлеп ителә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан ҡатын зыян күргән, ул дауаханаға оҙатылған.
Ведоствонан хәбәр итеүҙәренсә, кеше ғүмерен өҙөүгә бәйле янғындар йышыраҡ ял көндәренә тура килә. Уларҙың күбеһенең сәбәбе – һәләк булған кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе.
– Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәҫкә, йоҡлар алдынан электр приборҙарын һүндерергә, мейестә ут янғанда ҡарап торорға кәрәк.
Түшәктә тәмәке тартыу, бигерәк тә иҫерек хәлдә, йыш ҡына үлемгә килтерә.
Яңғыҙ оло йәштәге граждандарға һәм балаларға айырыуса иғтибар биреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фатирҙа газ еҫе аңҡыһа, шунда уҡ газ үткәргес кранын ябығыҙ. Был осраҡта электр приборҙарын һүндермәгеҙ һәм ҡабыҙмағыҙ. Ут тоҡандырмағыҙ.
Берәй хәл килеп тыуған осраҡта, 101 йәки 112 телефон һандарына шылтыратығыҙ.
Һаҡ булығыҙ һәм үҙегеҙҙһе һаҡлағыҙ! - тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Фото: @mchsrb.