+10 °С
Ясна
Әүҙем ауылдаштарыбыҙ ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп, посылкалар йыйҙылар. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары маскировка селтәре эшләп тапшырҙылар.
Ауыл муллаһы Ғатауллин Фәнил ағай егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын тип доғалар ҡылды, илдәребеҙ имен, һуғыш бөтһөн тигән теләктәр менән сәй табыны ойошторолдо.
Ошо мөһим эштә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарга оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, гаила именлеген, тыныс күк йөҙөн теләйбеҙ. Гел шулай әүҙем, берҙәм булайыҡ, ауылдаштар!