+10 °С
Ясна
Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 192 яңы осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 356,8 меңгә яҡын кеше сирләгән.
«Әлеге ваҡытта 127 сирле стационарҙа дауалана, уларҙың 83-ө — ололар , — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Амбулатор шарттарҙа яҡынса 2,2 мең кеше дауалана, уларҙың 700-ө — 60 йәштән өлкән пациент».
Халыҡҡа прививка яһауға килгәндә, Башҡортостанда 3,445 миллиондан ашыу кеше «коронавирусҡа ҡаршы» вакцинаның ике компонентын да алған.