+10 °С
Ясна
Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Беҙҙең республика тураһындағы открыткаларҙа Йүрүҙән йылғаһы, Ирәкташ, «Башҡортостан» милли паркы, Айғыр ҡаялары һәм Иҙрис мәмерйәһе һүрәтләнгән.
Коллекцияла Рус география йәмғиәтенең йыл һайын уҙғарылып килгән «Иң матур ил» фотоконкурсы архивтарынан иң яҡшы эштәр тупланған.
Открыткалар ҙа бер стилдә эшләнгән һәм Рәсәй төбәктәренең күркәм тәбиғәте төшөрөлгән фотоколлекция йыйырға теләгәндәр өсөн бик уңайлы. Проект 2021 йылда башланды.