Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Март 2023, 10:17

Умартасы яугирҙарға тоннанан ашыу бал оҙатҡан

Башҡортостандан умартасылар ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бер тоннанан ашыу сәскә балы оҙатҡан.

Умартасы  яугирҙарға тоннанан ашыу бал оҙатҡан
Умартасы яугирҙарға тоннанан ашыу бал оҙатҡан

Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итте.

Балды башҡорт яугирҙәренә Чехов исемендәге шифахананан Осиповтар ғаиләһе ебәргән. Һалдаттар Башҡортостан халҡының уларға ярҙам күрһәтеүен тойорға тейеш, тип иҫәпләй ғаилә башлығы Станислав Осипов.

«Станислав Осипов ҙур булмаған умарталыҡ тота. Әйткәндәй, был ғаилә махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә беренсе тапҡыр ғына бал ебәрмәй. Ноябрҙә Станислав хәләл ефете Виолетта, ҡыҙы Русалина һәм улы Давид менән махсус гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенә тоннанан ашыу бал оҙатҡайны.  Һалдаттарыбыҙ шылтыратып, файҙалы ризыҡ өсөн рәхмәт әйтте», — тип яҙҙы Дамир Мостафин «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: