-1 °С
Болотло
«Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Федераль законға Дәүләт думаһы депутаттары тарафынан тейешле үҙгәрештәр керетелә.
Шул уҡ ваҡытта саҡырыу йәшенең юғары сиген дә 27 йәштән 30 йәшкә тиклем арттырыу тәҡдим ителә. Күсеү этабы 2024 йылдан 2026 йылға тиклем дауам итәсәк.
"2024 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем - 19-30 йәшлек, 2025 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем - 20-30 йәшлек, ә 2026 йылдың 1 ғинуарынан 21-30 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейеш", - тиелә документта.
Инициатив авторҙар билдәләп үткәнсә, ул граждандарның урта дөйөм һөнәри йәки юғары белем алыуын гарантиялай.
Фото: Башинформ.