Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Март 2023, 16:19

БМК махсус техника автопаркын киңәйтә

Белорет металлургия комбинаты алты яңы тейәгес һәм гидравлик күтәргесте файҙаланыуға тапшырҙы. Был комбинаттың яуаплы участкаларында тейәү-бушатыу һәм бейеклектәге эштәрҙе еңеләйтәсәк.

БМК махсус техника автопаркын киңәйтә
БМК махсус техника автопаркын киңәйтә

Биш электр арбаһы 2-шәр тоннаға тиклем, ә сит илдә етештерелгән дизель тейәгесе 3,5 тоннаға тиклем йөк күтәреү ҡеүәтенә эйә. Сит ил тейәгесенең йөктө 4,7 метрға тиклем күтәреү һәм маневр яһай алыу мөмкинлеге бар.  

Рәсәй автогидравлик күтәргесе 24 метрға тиклем бейеклектә эштәр алып бара аласаҡ.  Был техниканың өҫтөнлөгө ике рәтле кабинаның булыуы: водитель урынынан тыш алты пассажир урыны ла бар. Машина бейеклектә ремонт һәм төҙөлөш эштәрен оператив башҡарыу мөмкинлеге бирә.
- Яңы ҡоролма етештереү процесында мөһим урын биләй. Ул цехтарҙа продукцияны оператив күсерә һәм шулай уҡ автомобиль, тимер юл транспортына тейәүҙе тиҙләтә, - тине “БМК” йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Сергей Федоров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: