+3 °С
Болотло
Ул «үҙенең һөнәри бурыстарын тейешенсә үтәмәү һөҙөмтәһендә кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Белорет бала табыу йорто мөдире медицина ярҙамы күрһәткәндә ҙур хата ебәрә. Ул ваҡытында операция яһамау сәбәпле, бала ҡарында гипоксиянан үлә.
«Суд табипты иркенән сикләү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Енәйәт эшенең мөҙҙәте уҙыу сәбәпле, ул тәғәйенләнгән язанан азат ителә. Бынан тыш, табип зыян күреүсегә 800 мең һум күләмендә компенсация түләргә тейеш».
Суд ҡарары үҙ көсөнә инмәгән.
Фото: БАШИНФОРМ.