Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Март 2023, 09:41

Ағас йорттар төҙөүгә - йылына 10-шар миллиард һум

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил хөкүмәтенә алдағы ике йылда аҙ ҡатлы йорттар төҙөүгә 10 миллиард һум бүлергә ҡушты. 

Ағас йорттар төҙөүгә - йылына 10-шар миллиард һум
Ағас йорттар төҙөүгә - йылына 10-шар миллиард һум

Аҡса авария хәлендәге торлаҡтан күсергә мәжбүр булғандар өсөн тәғәйенләнә. Документ Кремль сайтында баҫылған.

Унан күренеүенсә, 2023-2024 йылдарҙа аҙ ҡатлы биналар төҙөлөшөн финанслауға федераль бюджеттан йыл һайын 10 миллиард һумға тиклем аҡса бүлергә кәрәк. Улар ағастан һалына һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн тәғәйенләнә.

Доклад 1 июлгәсә президентҡа күрһәтелергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-23/v-rossii-na-stroitelstvo-derevyannyh-domov-budet-vydelyatsya-po-10-mlrd-v-god-3189326

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: