

Яңы объекттар Белорет, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез райондарында урынлашасаҡ. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аңлатыуынса, “Ишембай-Воскресенск-Мәләүез” юлында күп тармаҡлы юл буйы комплексы төҙөү ҡаралған. Бында автозаправка, кафе, магазин, тәгәрмәс монтажлау һәм автойыуыу урынлаша. Белорет һәм Ҡырмыҫҡалы райондарындағы комплекстар “Өфө-Инйәр-Белорет” автоюлы буйлап төҙөлә. Йәмғеһе 45 эш урыны булдырыу ҡаралған.
“Инвесторҙар сауҙалашыу үткәрмәй генә ҡуртымға ер участкаһы, инженер һәм транспорт инфраструктуралары төҙөлөшөнә киткән сығымдарға өлөшләтә субсидия алыуға хоҡуҡлы, - тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры.