Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Март 2023, 12:58

Алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим итәләр

Рәсәй Дәүләт Думаһы алимент түләүҙең яңы принцибын күҙ уңында тотҡан закон проектын индерҙе. 

Алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим итәләр
Алименттарҙы яңыса иҫәпләргә тәҡдим итәләр

Ошо органдың сайтында баҫылған документҡа ярашлы, был сумма бала йәшәгән төбәктәге уртаса йәшәү минимумынан 50% да кәм булмаҫҡа тейеш.

Яҡтарҙың матди йәки ғаилә хәлен һәм иғтибарға лайыҡ башҡа сәбәптәрҙе иҫәпкә алып, өлөштәр күләмен кәметергә йәки арттырырға мөмкин.

«Закон проекты баланың ай һайын минималь түләү алыуға хоҡуғын яҡлай. Алимент түләгән ата-әсә ҡатмарлы тормош шарттарында дәүләт яғынан ярҙам алыу хоҡуғын тормошҡа ашырырға хоҡуҡлы», — тип билдәләнә документта.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 3 йәшкәсә балаларға әсәлек капиталынан айлыҡ пособие түләүҙә үҙгәрештәр тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-28/v-rossii-predlozhili-rasschityvat-alimenty-po-novomu-3194380

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас