Йәштәрҙең ял үҙәге “Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитетының иң яҡшы учреждениеһы” республика конкурсында еңеү яуланы.
Үҙәк – үҫмер һәм йәштәрҙең тартылыу нөктәһе. Бында оҫталыҡ дәрестәре һәм форумдар, ирекмәндәр һәм студенттар советтары осрашыуҙары үтә. Үҙенең тренажер һәм кино залдары бар.
Төрлө клубтар эшләп килә. “Вертикаль” ҡала байрамдары, форум һәм флешмобтар үткәрергә ярҙам итә. Үҙәк ирекмәндәренең пандемия мәлендә оло йәштәгеләргә ярҙамы күп булды. Төрлө акциялар үткәрә.
Әле мобилизацияланғандарға ярҙам итә: окоп шәмдәре эшләй, гуманитар ярҙам ебәреүҙә ҡатнаша, яугирҙарҙың яҡындарына ярҙам итә.