-27 °С
Болотло
Филүс Рәфис улы Башҡорт дәүләт университетының “Юриспруденция” факультетын 2001 йылда тамамлай. Башҡортостандың прокуратура органдарында тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы булып эшләй, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарында прокурор вазифаларын биләй.
Район-ара прокурор ошо көндәрҙә Белорет металлургия комбинатында күсмә эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Производство биналарын, продукцияның етештереү циклын ҡараны. Оборона заказын үтәү өсөн комбинаттың ҡеүәте, эшселәрҙең хеҙмәт шарттары менән танышты.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итеү бурысы ҡуйылды.