Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Апрель 2023, 16:23

Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә

Үҙәнбаш ауылы кешеһе законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә.

Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә
Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә

Белорет урмансылығы биләмәһе урманын күҙәтеү мәлендә 36,7 куб.м дөйөм күләмендә ағастарҙы законһыҙ киҫеү осрағы теркәлгән. Урман фондына 540 мең һум күләмендә зыян килтерелгән.

Ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн Үҙәнбаш кешеһе Белорет район-ара суд ҡарары менән енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы урман ҡануниәтен боҙған өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: