Ирекле формированиеларҙың командирҙары Башҡортостан Башлығына ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.
«Беҙ был башланғысҡа, һис шикһеҙ, ярҙам итербеҙ һәм полкты ойоштороуға бәйле барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Үҙебеҙҙең яҡтан ярҙам булыр. Полктың етәкселек составы буйынса кандидатуралар тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым, Оборона министрлығы менән был мәсьәләлә республиканың фекере иҫәпкә алына тип килештек. Хәрби комиссариат, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм хөкүмәттең килешеп эшләүе талап ителә. Аҙна һайын был мәсьәләне контролдә тоторбоҙ», – тине Радий Хәбиров.