Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Яңы ирекле батальондар төҙөү башланғысы менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары мөрәжәғәт итте, тип билдәләне республика етәксеһе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала Даян Мурзин исемендәге һәм «Төньяҡ амурҙары» ирекле батальондарын һәм ошо формированиелар составында «Ватан» разведка ротаһы хәбәр иткәйне.
«Беҙҙең яугирҙәр махсус хәрби операция зонаһында үҙҙәренең иң яҡшы хәрби сифаттарын күрһәтә. Оборона министрлығынан бойороҡ килде, унда Доставалов исемендәге ирекле батальондың 56 яугире хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән. Уларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.