Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Апрель 2023, 16:54

Экологик форум һәм «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһе асылды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Экологик форумды һәм «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты.

Экологик форум һәм «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһе асылды
Экологик форум һәм «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһе асылды

«Беҙҙең күргәҙмә йылдан-йыл киңәйә бара. Экологтарыбыҙҙы, предприятие етәкселәрен сәләмләйем. Был бик ҡатмарлы эш. Бер яҡтан — иҡтисадтың һөҙөмтәле үҫешен тәьмин итеү. Икенсенән — тирә-яҡ мөхиттең балансын һаҡлау. Форумда «Газпром нефтехим Салауат» һәм Башҡорстан сода компанияһы, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Башҡоростан Республикаһы менән республика өсөн мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуябыҙ. Тема — саф һауа.

Әүҙемселәрҙе, экологтарҙы, предприятие етәкселәрен республика акцияларында ҡатнашырға саҡырам. Яҙ буйына тиерлек беҙҙә «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» экологик байрамдары ойошторола. Беҙ бейек ағастар, ҡыуаҡтар, үҫентеләр ултыртабыҙ. Экологтарға йәнә рәхмәт белдерәм. Улар бик мөһим эш башҡара. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф һәм һөҙөмтәле эш теләйем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов һүҙҙәренсә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экология мәсьәләләре кешеләр өсөн көнүҙәк булып ҡала.

«Кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит кәрәк. Дәүләттең бурысы — халыҡҡа ошондай шарттар булдырыу. Бөгөн Башҡортостандың ике предприятиеһы менән килешеүҙәр төҙөлә, беҙ «Таҙа һауа» федераль проектына тағы ике ҡаланы ҡушабыҙ. Радий Фәрит улы экологик көн тәртибендә әүҙем ҡатнаша. Республика биләмәһендә 200-ҙән ашыу махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе бар, улар яҡынса миллион гектар ерҙе биләй һәм саф тәбиғәтте һаҡлай », — тине Константин Цыганов.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, форумды асыу барышында Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан сода компанияһы араһында һауаға бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү, 2025 йылға тиклем атмосфера һауаһына бысратыусы матдәләр сығарыуҙы автоматик рәүештә контролдә тотоу системаларын ҡуйыу, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында атмосфера һауаһы сифатын күҙәтеү системаһын үҫтереү саралары тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

https:/www.bashinform.ru/news/economy/2023-04-12/v-ufe-otkrylis-ekologicheskiy-forum-i-vystavka-ekologiya-i-tehnologii-3216943

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: