Социаль өлкә
13 Апреля 2023, 07:55

Хәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтимал

Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев һүҙҙәренсә, илдә хәрби иҫәп реестрының көҙгө саҡырылыш осоронда эшләй башлауы мөмкин. 

Хәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтималХәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтимал
Хәрби иҫәп реестры эшләй башлауы ихтимал

Был хаҡта ул ведомствоның телеграм-каналдарының береһендә белдерҙе.

Аныҡ дата һуңғараҡ билдәләнә. Башланғыстың төп маҡсаты — хәрби иҫәптә торған граждандар тураһында мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу һәм актуалләштереү, тип билдәләне илдең һанлы үҫеш министры. Хәҙер хәрби комиссариаттарға ғаилә хәленең, прописканың, эш, белем биреү урынының үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт биреү талап ителмәй. Бынан тыш, эш биреүсе йәки уҡыу йорто Дәүләт хеҙмәттәре аша йыллыҡ отчеттар ебәреүгә күсә ала.

Бынана алдараҡ «Башинформ» Дәүләт Думаһының аҙаҡҡы уҡыуҙа электрон повесткалар тураһында закон проектын раҫлауы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-12/reestr-voinskogo-ucheta-zarabotaet-v-rossii-ne-ranshe-oseni-3217508

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас