Республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Учалы, Сибай, Салауат, Ишембай, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында ойошторолдо. Йәрминкәнең төп маҡсаттарының береһе - йәш быуынға киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итеү. Өфөләге "Торатау" конгресс-холына ла меңдән ашыу студент һәм уҡыусы килде. Улар өсөн юғары уҡыу йорттары, һөнәри белем биреү учреждениелары һәм Өфө предприятиелары белгестәре оҫталыҡ дәрестәре, әңгәмә, тест үткәрҙе, Үҙеңде төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарап, һиңә ҡайһы һөнәр нығыраҡ тура килгәнен дә һынап ҡарарға мөмкин булды.
Йәрминкәгә килеүселәр тренажерҙар һәм виртуаль күҙлектәр ярҙамында крансы, янғын һүндереүсе, йөк машинаһы менән идара итеүсе булып "эшләп" тә ҡараны.
"ПРОФФЕСТ" фестиваленең федераль этабы 23 июндә "Арт-квадрат" майҙансығында үтәсәк.