Социаль өлкә
20 Апреля 2023, 09:18

Максим Забелин республикала йәшәүселәрҙе донор булырға саҡырҙы

Йыл һайын 20 апрелдә Рәсәйҙә Милли ҡан доноры көнө билдәләнә. Ул 2007 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһында үткән донорлыҡ һәм ҡан хеҙмәте проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәлдә» булдырылған.

Максим Забелин республикала йәшәүселәрҙе донор булырға саҡырҙыМаксим Забелин республикала йәшәүселәрҙе донор булырға саҡырҙы
Максим Забелин республикала йәшәүселәрҙе донор булырға саҡырҙы

«Милли донор көнөндә беҙ Рәсәйҙә ҡан донорлығының үҫеш тарихын ғына түгел, шулай уҡ хәҙерге тормошобоҙҙа донорлыҡтың мөһимлеген билдәләйбеҙ. Һәр донор — ярҙамға мохтаждар өсөн ҡотҡарылған ғүмер. Шул уҡ ваҡытта донорлыҡ — кешеләргә туранан-тура ярҙам итеүҙән тыш, үҙеңдең гражданлыҡ позицияңды күрһәтеү һәм хәйриә акцияларында ҡатнашыу мөмкинлеге лә. Шуға барлыҡ теләүселәрҙе ҡан донорҙары булырға, ошо изге һәм мөһим эшмәкәрлеккә ҡушылырға саҡырам. Ҡан доноры булыу — хәүефһеҙ, бушлай, сирлеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн әһәмиәте ҙур», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-20/maksim-zabelin-prizval-zhiteley-bashkirii-stat-donorami-krovi-3227901

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас