Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Апрель 2023, 12:56

Йәйҙән Магнитогорск менән Өфө араһында «Ҡарлуғас» электричкаһы йөрөй башлай

Йәй башында Магнитогорск менән Өфө араһында «Ҡарлуғас» юғары тиҙлекле электричка маршруты асыла. 

Йәйҙән Магнитогорск менән Өфө араһында «Ҡарлуғас» электричкаһы йөрөй башлай
Йәйҙән Магнитогорск менән Өфө араһында «Ҡарлуғас» электричкаһы йөрөй башлай

Был хаҡта Магнитогорск хакимиәтенең транспорт һәм коммуналь хужалыҡ идаралығына һылтанма менән Силәбе өлкәһенең «Губерния» порталы хәбәр итә.

Рейстарҙың графигы һәм һаны һуңғараҡ билдәле була.

Хәҙер «Ҡарлуғас» электропоезы «Көнбайыш экспресс» Өфө — Приют маршруты буйынса йөрөй, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Фото: shnyagi.net

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: