Республика етәксеһе указы менән ошо категорияға ҡараған балаларҙың ялын ойоштороу буйынса республика комитеты булдырылды һәм уның составы раҫланды. Уны Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләй.
Шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу буйынса саралар планы раҫланды. Муниципалитет башлыҡтарына балаларға һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә өҫтәмә ярҙам, шул иҫәптән психологик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрергә кәңәш ителде.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәрҙең һаҡланыуы хаҡында яҙғайны.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-26/radiy-habirov-podpisal-ukaz-ob-organizatsii-letnego-otdyha-detey-iz-lnr-i-dnr-v-bashkirii-3235564