Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Май 2023, 18:13

Хәрби ашнаҡсылар курстары асылды

Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы «Хәрби ашнаҡсылар эшен ойоштороу» программаһы буйынса ашнаҡсыларҙың квалификацияһын күтәреү программаһын башлап ебәрҙе. 

Хәрби ашнаҡсылар курстары асылды
Хәрби ашнаҡсылар курстары асылды

Курстар тәү сиратта махсус хәрби операция зонаһына юлланырға әҙерләнгәндәр өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр кешенең кулинария буйынса белеме бар икән, биш көн (24 уҡыу сәғәте) уҡырға кәрәк. Һөнәри белеме булмаһа, ай ярым йәки 144 сәғәт уҡыу талап ителә. Уҡыу бушлай. Дәрестәр Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 32 адресы буйынса үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347)295-94-04 телефоны буйынса (өҫт. 302) алырға мөмкин. Мария Сергеевна Юртаеваға мөрәжәғәт итергә. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас