Социаль өлкә
3 Мая 2023, 12:56

ЮХХДИ оҙайлы ялдарҙа рейдтар хаҡында иҫкәртте

Алдағы оҙайлы ял көндәрендә Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән режимда эшләй, рейдтар үткәрелә.

ЮХХДИ оҙайлы ялдарҙа рейдтар хаҡында иҫкәрттеЮХХДИ оҙайлы ялдарҙа рейдтар хаҡында иҫкәртте
ЮХХДИ оҙайлы ялдарҙа рейдтар хаҡында иҫкәртте

«Төп бурыс - юл-транспорт ваҡиғаларына, транспорт менән иҫерек килеш идара итеү факттарына юл ҡуймау», - тип яҙҙы республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында мәғлүмәт ҡабул итеү өсөн тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8(347) 279-32-92, ҡыҫҡа номер 128.

Күрһәтелгән номерға шылтыратып, юлда иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас