Уларҙың дүртәүһе ҡаланан бөтә уңайлыҡтары булған фатир эйәһе булыу бәхетенә иреште. Сантехника ҡорамалдары, һыу, газ, хатта бешеренеү плитаһы булған таҙа фатирға инеп йәшәйһе генә ҡала.
Елена Суханова Твердышев урамындағы яңы фатиры менән бик ҡәнәғәт. Бында ремонт эшләнгән, бөтә көнкүреш техникаһы эшләй. Бвнда ул тормош иптәше һәм улы менән йәшәйәсәк. Быға тиклем ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгәндәр. Елена Белорет педагогия колледжын тамамлаған. Декрет ялынан һуң башланғыс кластар уҡытыусыһы, йә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә ниәтләй. Фатирлы булыу йәш ғаилә өсөн ҙур ярҙам ғына түгел, ә иң шатлыҡлы һәм бәхетле мәлдәренең береһе булып тора.
Тағы ла ике егет һәм ҡыҙ К. Маркс һәм Ф. Алексеев урамында урынлашҡан йорттарҙан фатрлы булдылар.
Шулай уҡ тәүге тапҡыр фатир алыуға дүрт торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Был уҙған йылдың декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡабул иткән Ҡарар нигеҙендә тормошҡа ашты. Быға ярашлы, хәҙер иҫәптә торған етем балалар 23 йәшкә еткән һәм билдәләнгән ҡағиҙәләргә тап килә икән, республика сиктәрендә үҙҙәренә яраҡлы торлаҡ бинаһын һайлай ала.