Яңы хәрби формирование «Башҡортостан» башҡорт ирекле мотоуҡсылар полкы составына инә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, совет партизаны, данлыҡлы разведчик Даян Мурзин һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге яңы башҡорт ирекле батальондары ла уның составында.
Оҙатыу сараһы башланыр алдынан Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан республика етәксеһе яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына мөрәжәғәт итте.
« Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ Башҡорт ирекле полкын ойоштороу эшен дауам итәбеҙ. Бөгөн сираттағы подразделение - артиллерия дивизионы хәрби әҙерлек үтергә юллана. Уның командиры менән һөйләшеп килешкәнсә, ул танкыға ҡаршы батарея командиры, яҡташыбыҙ Мөғин Нагаев исемен йөрөтә. Тотош республика һеҙгә рәхмәт белдерә, оло ихтирам менән ҡарай. Һәр кемдең ғүмере һәм һаулығы, һис шикһеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн төп байлыҡ. Иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Әйткәндәй, батыр яугир Мөғин Нагаев бөтә һуғышты үткән. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән. Ул замандағы барлыҡ хәрби ордендар менән наградланған, бер тапҡыр ҙа яраланмаған, имен-аман әйләнеп ҡайтҡан. Һеҙгә лә шуны теләйем. Эшләгеҙ, туғандар!», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан артиллеристары командиры подполковник Юрий Спиваков дивизиондың махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарҙы үтәгәндә мотоуҡсылар батальондарына артиллерия ярҙамы күрһәтеү өсөн ойошторолоуын әйтте.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Рамазан Рамазанов һүҙҙәренсә, бөтә ир-егеттәр ҙә — яугир, һәр кем Ватанды һаҡларға әҙер булырға тейеш.
«Башҡорт ере һәр саҡ үҙенең батырҙары менән дан тотто, ир-егеттәребеҙҙә хәрби рух бар. Минеңсә, артиллерия дивизионын ойоштороу — башҡорт яугирҙәре хеҙмәт иткән подразделениеларҙы нығытыу ул. Беҙҙең егеттәргә башҡорт тылы ярҙам итә. Хәҙер иһә артиллеристар. Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта булыр», — тине Рамазан Рамазанов.
Фотолар: https://glavarb.ru