

«Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Рәсәй гвардияһы яугирҙәре менән осраштым һәм уларға яңы техника асҡыстарын тапшырҙым. Өр-яңы 15 «Урал» автомобиле Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре ҡарамағында. Хәҙер ышаныслы техника айырыуса ныҡ кәрәк», — тине Максим Забелин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн медицина ротаһын ойошторҙо.
Ротаның шәхси составына 50 кеше инде. Улар араһында табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, санитарҙар һәм водителдәр бар. Ирекмәндәр хәрби-табип комиссияһын үтеп, шәхси составҡа алынған да инде.