Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Май 2023, 13:50

Хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана

Бѳгѳн Өфөлә Сергей Зорин исемендәге башҡорт танк батальонын һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге башҡорт зенит-артиллерия батареяһын оҙатыу тантанаһы була. Бынан алдараҡ ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне.

Хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана
Хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана

«Совет майҙанында «Китап байрамы» йәрминкәһе стендтары ҡуйыла, шуға яугирҙәрҙе «Патриот» хәрби-тарихи паркынан оҙатабыҙ», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә.

Яңы хәрби формированиелар көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркынан юлға сыға.

Был подразделениелар «Башҡортостан» башҡорт ирекле мотоуҡсылар полкы составына индерелә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-24/iz-ufy-25-maya-na-boevoe-slazhivanie-otpravyatsya-tankovyy-batalon-i-zenitno-artilleriyskoy-batareya-3270659

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: