Социаль өлкә
1 Июня 2023, 10:42

Ағинәйҙәр менән күңелле

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ауыл халҡы йыйылышып, туғайға сыҡҡан. Изге ҡошобоҙ кәкүкте ризалаштырыу өсөн махсус йола үткәргәндәр.

Ағинәйҙәр менән күңеллеАғинәйҙәр менән күңелле
Ағинәйҙәр менән күңелле

Инйәр ауылы балалар баҡсаһында беҙ ҙә "Ҡыңғырауҙар" уртансы төркөм балалары менән матур байрам үткәрҙек. Ҡунаҡҡа ауылыбыҙҙың ағинәйҙәрен саҡырҙыҡ.

Тәүҙә ағинәйҙәр балаларға был йоланың нисек, ҡасан барлыҡҡа килеүен һөйләнеләр. Аш-һыу әҙер булғансы, йырҙар йырланыҡ, шиғырҙар һөйләнек, бейеүҙәр ҙә бейенек. Ағинәйҙәр менән бергә "Үгеҙ йөҙөк", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йәшерәм яулыҡ" уйындарын уйнаныҡ, йомортҡа тотоп ярыштыҡ, арҡан да ырғытыштыҡ.

Инәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәгәндәр, күстәнәскә моңло йыр һәмтәмлекәстәр ҙә алып килгәндәр. Байрам аҙағында балалар оло инәй менәнбергәләп кәкүк ауыл, йорт тирәһенәкилмәһен, бәлә-ҡаза көтөлмәһен,тип ағас төбөнә ҡатыҡ ҡойҙо. Инәйҙәр йылдың уңышлы килеүенә, илебеҙҙә именлек булыуына, ашлыҡ-игенуңыуына, ямғыр яуыуына бағышлап,теләктәр теләне, доға ҡылды.

Байрамды йәмләп килеүҙәре өсөнағинәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙееткерәбеҙ. Йола байрамы аша балаларҙың күңеленә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ҡоштарға ҡарата изгемөнәсәбәт, телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү һәм ихтирам кеүектойғоларҙы еткергәнбеҙҙер, тип ышанабыҙ.

Төркөм тәрбиәселәре –

Гүзәлиә ДАНЬЯНОВА,Миңлегөл ҒИЛМАНОВА.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас