Социаль өлкә
1 Июня 2023, 10:48

Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә

Бөгөндән Башҡортостанда ҙур йөк машиналары хәрәкәте өсөн йәйге сикләү ғәмәлгә инде, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнәБашҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә
Башҡортостанда йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә

«Көндөҙ һауа температураһы +32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк ташыған транспортҡа төбәк һәм муниципаль- ара юлдар буйлап хәрәкәт итеү тыйыла», — тип иҫкә төшөрҙө министр.

Сикләү иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем генә ғәмәлдә. Төндә йөк машиналары хәрәкәтен дауам итергә мөмкин. 

Республикала бындай машиналар өсөн йәйге сикләү 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә ҡала. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-01/s-segodnyashnego-dnya-v-bashkirii-nachalo-deystvovat-letnee-ogranichenie-dlya-dvizheniya-gruzovikov-3283142

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас