Социаль өлкә
5 Июня 2023, 09:52

"Рәсәй һәм Белорусь форумы — республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе"

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Х Рәсәй һәм Белорусь форумына әҙерлек эштәре хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә «Башинформ».

"Рәсәй һәм Белорусь форумы — республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе""Рәсәй һәм Белорусь форумы — республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе"
"Рәсәй һәм Белорусь форумы — республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе"

— 29 майҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумын әҙерләү буйынса Рәсәй һәм Белоруссия ойоштороу комитеттарының кәңәшмәһен үткәрҙек. Был форум республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе булмаҡсы. Программаны, делегациялар составын, ваҡиғалар һәм эшлекле майҙансыҡтар әҙерләүҙе тикшерҙек, — тип һөйләне Радий Хәбиров.

26-28 июндә Башҡортостанда ике ил төбәктәренең хеҙмәттәшлек итеүенә йомғаҡ яһала. Сараларҙа Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Белоруссия Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-05/radiy-habirov-forum-rossii-i-belarusi-budet-odnim-iz-vazhnyh-sobytiy-nashey-respubliki-3288024

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас