Социаль өлкә
7 Июня 2023, 08:02

Аэропортта ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре эшләй

«Өфө» аэропортында йәнә ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре асылды. 

Аэропортта ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре эшләйАэропортта ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре эшләй
Аэропортта ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре эшләй

«Башинформ»ға баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1-се терминалда (эске авиалиниялар) ремонт эштәренән һуң ислам һәм православие динен тотоусылар өсөн дини ғәмәлдәрҙе үтәү өсөн шарттар булдырылған.

Ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре терминалдың икенсе ҡатында, В секторы янында урынлашҡан, тәүлек әйләнәһенә эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-07/v-ufimskom-aeroportu-vozobnovili-rabotu-molelnye-komnaty-3290756

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас