

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың – подполковник Альберт Кәримов һәм ефрейтор Артем Мамыкиндың ата-әсәһе менән осрашты.
Республика етәксеһе әңгәмә барышында яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, ата-әсәйҙәренә лайыҡлы, илһөйәр Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бөтә республика менән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Һеҙ ысын батыр улдар тәрбиәләгәнһегеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең бурыс – уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү. Беҙ мотлаҡ һеҙҙең турала хәстәрлек күрәсәкбеҙ.
Төбәк етәксеһе генерал Шайморатов орденын Альберт Кәримов һәм Артем Мамыкиндың яҡындарына тапшырҙы. Хәрбиҙәр был наградаға батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булды. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген дә үйтеп китте. Ул шулай уҡ яугирҙарҙың яҡындарына Республика кардилогия диспансерында дауаланырға тәҡдим итте.
- Һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләрен дауалау өсөн махсус программа булдырылған. Унда тәжрибәле, иғтибарлы белгестәр эшләй, - тине Радий Фәрит улы.