Социаль өлкә
23 Июня 2023, 11:09

Мотоуҡсылар полкы хәрби әҙерлек урынына юлланды

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында «Шайморатов генерал» йыры көйөнә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениеларын хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатыу тантанаһы үтте.

Мотоуҡсылар полкы хәрби әҙерлек урынына юлландыМотоуҡсылар полкы хәрби әҙерлек урынына юлланды
Мотоуҡсылар полкы хәрби әҙерлек урынына юлланды

Майҙанда Ғәзи Заһитов исемендәге Башҡорт һөжүмсе отряды, Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Башҡорт разведка ротаһы һәм Әхәт Әхмәтйәнов исемендәге Башҡорт снайпер ротаһы теҙелеп баҫты. Штурм отряды командиры республика етәксеһенә подразделениеларҙың теҙелеүе тураһында хәбәр итте. Йолаға ярашлы, тәүҙә Радий Хәбиров легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

 «Хөрмәтле иптәштәр!

Бөгөн штурм ротаһы, снайпер ротаһы һәм разведка ротаһы яугирҙәре хәрби әҙерлек үтергә юллана. Башҡорт ирекле полкының төп подразделениеларын формалаштырыу тамамлана.

Бөтә республика исеменән һеҙгә ҡыйыу һәм уйланылған аҙымығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостан подразделениелары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр яҡташтарыбыҙ Ғәзи Заһитов, Вафа Әхмәҙуллин, Әхәт Әхмәтйәновтың исемдәрен йөрөтә.

Бөгөн һеҙгә хәрби бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәрһегеҙ тип ышанабыҙ, тип әйтергә теләйбеҙ. Иң мөһиме – тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Ә беҙ һеҙҙе ошо майҙанда ҡаршы алырбыҙ, барыһын да ҡосаҡларбыҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланырбыҙ. Эшләгеҙ, туғандар», - тине Радий Хәбиров, яугирҙәргә мөрәжәғәт итеп.

Республика етәксеһе подразделение командирҙарына геройҙарҙың портреттары төшөрөлгән исемле байраҡтар тапшырҙы.

Яҡташтарыбыҙ тантаналы марш менән атлап үтте һәм туғандары, яҡындары менән хушлашҡандан һуң, автобустарға ултырып, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби әҙерлк урынына юлланды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-23/v-ufe-proshla-tseremoniya-otpravki-motostrelkovogo-polka-bashkortostan-k-mestu-boevogo-slazhivaniya-3311510

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас