Социаль өлкә
26 Июня 2023, 12:03

"Башҡортостанға әйләнеп килгем килә"

“Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән” тип аталған рәссамдәр арт-пленэрында Башҡортостан һәм Беларусь Республикаларынан 18 рәссам ҡатнашты. 

"Башҡортостанға әйләнеп килгем килә""Башҡортостанға әйләнеп килгем килә"
"Башҡортостанға әйләнеп килгем килә"

Туғандаш республика рәссамдары Ғафури районының Еҙем йылғаһы буйында, Уҡлыҡая аҫтында, Торатауҙа, Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысында, Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында, Нуриман районындағы Красный Ключ сығанағында һәм башҡа матур ерҙәрҙә булды.

- Бик күп ҡыҙыҡлы картиналар төшөрҙөк. Белорус рәссамдары союзы етәксеһе Глеб Отчик бындай матурлыҡты, мәғрүр ҡаяларҙы бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине, тип һоҡланды. Ә Красный Ключ сығанағына килгәс, һыуҙың зөбәржәт төҫөнә иҫе китте. Бынан тыш, был һыуҙың донъялағы ошондай икенсе сығанаҡ булыуын белгәс, барыһы ла аптыраны. Глеб Отчик “Башҡортостанға тағы әйләнеп килгем килә”, тип һыуға тинлектәр ташланы, - тип һөйләй Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы уҡытыусыһы Земфира Ғәлимова.

Арт-пленэр мәлендә төшөрөлгән картиналар күргәҙмәһе иртәгә Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейында сәғәт 10-да асыласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас