Социаль өлкә
27 Июня 2023, 09:06

Беҙҙә мини-трактор йыйыласаҡ

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы менән Минск трактор заводы хеҙмәттәшлек һәм мини-тракторҙарҙы бергә йыйыу тураһында һөйләште.

Беҙҙә мини-трактор йыйыласаҡБеҙҙә мини-трактор йыйыласаҡ
Беҙҙә мини-трактор йыйыласаҡ

Тейешле килешеүгә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың Минск трактор заводы генераль директоры Виталий Вовк менән осрашыуы барышында ҡул ҡуйылды.

Сара бөгөн, Өфөлә барған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә үтте.

– Документ республиканың агросәнәғәт комплексы ойошмаларын ауыл хужалығы техникаһы, запас частар һәм сервис хеҙмәттәре менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, 2023 йылда “Беларус” минитракторҙарын йыйыуҙы ойоштороу өсөн кәмендә 30 берәмек машина комплекты поставкалау күҙаллана, ҡеүәте 16 ат көсөнә тиклем, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Башҡортостан аграрийҙары араһында “МТЗ” техникаһына ҙур һорау менән файҙалана. Бөгөн тап минитракторҙарға ихтыяж арта. Йыйыу буйынса берлектәге предприятие бурысты етди еңеләйтәсәк һәм беҙҙең хеҙмәттәшлекте киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Йыйылма майҙансығы Дүртөйлө ҡалаһында урынлашасаҡ, тип күҙаллана.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы төбәк аграрийҙарына яңы йыйыу производствоһында йыйылған минитракторҙар һатып алыуҙы субсидияларға ниәтләй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас