Социаль өлкә
7 Июля 2023, 11:29

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Луиза һәм Константин Бикбаевтар  “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн”  миҙалы менән наградланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөнМөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Бикбаевтар ғаиләһе Белорет ҡалаһында 2001 йылдан алып йәшәй. Ғаилә башлыҡтары 21-се мәктәптә эшләй. Константин Изубаевич  – физик культура буйынса инструктор, ә Луиза Салауат ҡыҙы - физкультура уҡытыусыһы.

Юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны Луиза Салауат ҡыҙы Сочилағы Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан иң оҙон эстафетала ҡатнашып, олимпия факелын тапшырҙы.  Константин Изубаевич – Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры.

Уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре йәштәр өсөн өлгө булып тора. Бикбаевтар район  намыҫын төрлө спорт ярыштарында, фестивалдәрҙә лайыҡлы яҡлай. Бөтә ғаиләләре менән Өфө Bashrun  Халыҡ-ара марафонында ҡатнашалар.

Бикбаевтар ғаиләһен байрам менән ҡотлап, ғаиләләрендә һәр ваҡыт мөхәббәт, бәхет хөкөм һөрөүен теләйбеҙ.

Автор:Эльвира Хамзина