

2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән программа сиктәрендә 19,8 млрд һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Уның 15,6 млрд һумы – федераль ҡаҙнанан, 2,8 млрд һумы республиканан бүленәсәк.
Шулай уҡ, программа сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонт яһау, медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә медицина кәрәк-ярағы, беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барыу, медицина тармағы хеҙмәткәрҙәрен эшкә йөрөтөү өсөн автомобиль транспорты менән тәьмин итеү кеүек саралар ҡаралған.
Бөгөн “Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһына ярашлы, райондың ете участка дауаханаһы һәм амбулаторияһына Lada Niva автомобилдәренең асҡыстары бирелде. Инйәр, Тирлән, Үрге Әүжән, Туҡан участка дауаханаларына, Сермән, Асы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына ҡараған Ломовка участка амбулаторияларына яңы автомобиль асҡыстарын район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин тапшырҙы.